Башҡорт милли кейеме һәм биҙәнеү әйберҙәре.

Событие завершилось
6+



1 Тема буйынса аңлатмалы әңгәмә.

2. “Кейемдәрҙә милли орнамент», балаларҙың рәсемдәре.

3.Башҡорт кейемдәрен күрһәтеү.

Милли кейем—милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә ге­нә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, сәнғәтсән ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул. Башҡорттарҙың кейемгә талап­сан, ыҫпайлыҡҡа битараф булма­ғанлығы тураһында һүҙ алып бар­маҫтан әүәл, халыҡтың оҙайлы тари­хын, үткәнен, көнкүрешен, һәнәрен, илен, ерен, тәбиғи шарттарын күҙ алдына килтереү кәрәк. Кейем шарттарға, матди ныҡлы булыуға ла бәйле. Ҡатын-ҡыҙҙар кейеме бәләкәй саҡтан уҡ ҡыҙ баланы, күҙ тейеүҙән һаҡларға тейеш булған. Шуның өсөн, кейемен тәңкә, суҡ, мәрйен менән биҙәгәндәр. Йәше лә тулмаған ҡыҙ балаларҙың да күлдәктәренә, баш кейемдәренә тәңкәләр тегелгән. Ҡыҙҙарҙың сәс биҙәүестәре бик күп төрлө булған, һәр яҡта үҙенсә аталған: елкәлек, елкәмес, арҡалыҡ, сәсмау, сәсҡап, сулпы һ.б. Ҡыҙҙар баштарына таҡыя, маңлайса, ҡалпаҡ тип аталған баш кейемдәре кейгән. ХХ быуатҡа тиклем ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр кейеме башлыса биҙәлеше менән айырылған. Ҡатын-ҡыҙҙар күлдәк, киң ыштан, еңһеҙ ҡыҫҡа камзол йәки сапан (кәзәки) кейгәндәр. Байрамда ебәк йәки бәрхәт елән, бишмәт кейгәндәр. Ҡыш көнө тун, толоп, буҫтауҙан тегелгән сәкмән кейгәндәр. Байрам өсөн дә елән менән тундары булған. Еләндәрен мәрйен, тәңкә, ынйы, аҡыҡ тегеп төҫлө биҙәктәр менән семәрләгәндәр. Ҡулдан һуғылған биҙәкле туҡыманан күлдәк, алъяпҡыс теккәндәр. Ирҙәр күлдәк-ыштан, өҫ яҡҡа камзол, йәки сәкмән кейгән.
«Культура.РФ» — гуманитарный просветительский проект, посвященный культуре России. Мы рассказываем об интересных и значимых событиях и людях в истории литературы, архитектуры, музыки, кино, театра, а также о народных традициях и памятниках нашей природы в формате просветительских статей, заметок, интервью, тестов, новостей и в любых современных интернет-форматах.
Контакты
  • E-mail: cultrf@mkrf.ru
Материалы
При цитировании и копировании материалов с портала активная гиперссылка обязательна