29 май — Күршеләр көнө! Байрам, ул — яҡындарҙы, бергә йәшәгәндәрҙе, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙерҙәрҙе иҫкә алыу көнө. Беҙҙең Әбдрәхим ауылында ла, ошо матур байрамды онотманыҡ. Ауыл халҡы, үҙҙәренең күршеләренә булған ихлас мөхәббәт һәм ҡәҙерен белдереп, бергәләшеп, ифтар табыны ҡорҙо. Осло-тосло, тәмле-татлы ризыҡтар менән тулы өҫтәл тирәләй, күршеләр йыйналды. Был осрашыу — бары тик аш-һыуҙан ғына торған сара түгел ине. Ул — күршеләрҙең бер-береһенә булған ихлас тойғоларын, уртаҡ хәтирәләрен, тормош тәжрибәләрен уртаҡлашыу урыны булды. Әңгәмәләр, көлөшөүҙәр, бергә йырлашыуҙар, хатта бейеүҙәр — бөтәһе лә күршеләрҙең үҙ-ара дуҫлыҡ һәм татыулыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыуға, күңелдәрен күтәреүгә йүнәлтелде. Ай, ҡыҙҙар, йырлайыҡ та шаулайыҡ! Ошолайтып, ауыл күрке булған күршеләр, бынан да нығыраҡ татыу, берҙәм булырға тейеш. Бындай саралар — тормоштоң ҡәҙерен белергә, бер-беребеҙгә иғтибарлы булырға өйрәтә. Күршеләр көнө — ул, ысынлап та, йөрәктәрҙе яҡынайтыр көн.
Сведения предоставлены организацией МАУ «Районный дом культуры» МР Мечетлинский район РБ и опубликованы
автоматически. Администрация портала «Культура.РФ» не несет ответственности за предоставленный материал, а также за действия Организатора и/или иных лиц, действующих от его имени и по его поручению либо от своего имени, но по поручению Организатора, в том числе в связи с реализацией такими лицами билетов, а равно за организацию, проведение и содержание Мероприятия.
Указанная ссылка на источник реализации билета размещена непосредственно Организатором мероприятия и носит информационный характер.
Для размещения информации в этом разделе зарегистрируйтесь в личном кабинете учреждения культуры.