27 май, байрамдар һәм байрам көндәре рәт-рәт булып килгән осорҙа, Рәсәй китапханасыларының дөйөм милли байрамы — Китапханаларҙың Бөтә Рәсәй көнө билдәләнә. Был уңайҙан, Әбдрәхим ауыл клубында, ауыл китапханасыһы менән берлектә, оло байрам сараһы ойошторолдо. Китапхана — ул бары тик китаптар тупланмаһы ғына түгел, ул белем, аҡыл, мәҙәниәт, тарих һәм хыялдар ҡосағы. Китапханасы — ул беҙҙең юлбашсыбыҙ, ул беҙҙе яңы донъяларға, бик күп серҙәргә һәм асыштарға алып бара. Был көн, ошо ҡаҙанышлы һөнәр кешеләренә, уларҙың тынғыһыҙ хеҙмәттәренә рәхмәт белдереү, уларҙың ижади эштәрен яҡтыртыу мөмкинлеге булды. Әбдрәхим ауыл клубында үткән осрашыу — ул бары тик байрам ғына түгел, ул китаптың, уҡыуҙың әһәмиәте тураһындағы уйланыуҙарҙы ҡабаттан тергеҙеү, яңы быуынды китап донъяһына йәлеп итеү маҡсатын да күҙҙә тотто.
Сведения предоставлены организацией МАУ «Районный дом культуры» МР Мечетлинский район РБ и опубликованы
автоматически. Администрация портала «Культура.РФ» не несет ответственности за предоставленный материал, а также за действия Организатора и/или иных лиц, действующих от его имени и по его поручению либо от своего имени, но по поручению Организатора, в том числе в связи с реализацией такими лицами билетов, а равно за организацию, проведение и содержание Мероприятия.
Указанная ссылка на источник реализации билета размещена непосредственно Организатором мероприятия и носит информационный характер.
Для размещения информации в этом разделе зарегистрируйтесь в личном кабинете учреждения культуры.