«Башкорт теле- минең телем»
14 декабрь– Башҡорт теле көнө.
Башҡорт теле — ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән.
Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә.Уның сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола. Ошо уңайҙан М.Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында 6 декабрҙән 14 декабргә тиклем телебеҙгә арналған аҙналыҡ үтте. Көн дә бер девиз аҫтында төрлө саралар үткәрелде. Бөгөнгө көндөң девизы: «Башҡорт телен яратам». Уҡыусыларға башҡорт теленән берҙәм дәрестәр күрһәтелде. «Мин башҡортса һөйләшәм» акцияһына бөтә уҡыусылар ҙа ихлас ҡушылды.
Район мәҙәниәт йортоноң «Замана» фольклор-эстрадаһы артистары менән берлектә бик матур йомғаҡлау сараһы уҙҙы. Сара бик бай
йөкмәткеле, мауыҡтырғыс, рухлы, илһөйәрлек һәм телһөйәрлек тойғолары менән һуғарылған, уҡыусылар күңеленә үтеп инерлек булды. Аҙналыҡта әүҙем ҡатнашыусылар грамоталар менән бүләкләнде.
Сведения предоставлены организацией МБУК «Баймакская межпоселенческая центральная библиотека» МР Баймакский район РБ и опубликованы
автоматически. Администрация портала «Культура.РФ» не несет ответственности за предоставленный материал, а также за действия Организатора и/или иных лиц, действующих от его имени и по его поручению либо от своего имени, но по поручению Организатора, в том числе в связи с реализацией такими лицами билетов, а равно за организацию, проведение и содержание Мероприятия.
Указанная ссылка на источник реализации билета размещена непосредственно Организатором мероприятия и носит информационный характер.
Для размещения информации в этом разделе зарегистрируйтесь в личном кабинете учреждения культуры.