Шәжәрә байрамы

Событие завершилось

Республика Министрҙар кабинетының шәжәрә байрамын үткәреү кәрәклеге тураһындағы ҡарары халыҡтың үҙенән, уның рухынан күтәрелгән тормош талабы менән бергә тура килде. Шәжәрә — билдәле бер нәҫел — ырыуҙың килеп сығышын, уларҙың нисек тармаҡланыуы, таралышы хаҡында яҙыу. Ғәрәп телендә ул "ағас” тигән һүҙ. Борон заманда беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу-ҡәбиләне, нәҫел-нәсәпте, ата-бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған. Ағас боронғо башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған.

Шәжәрә — нәҫел ағасы тигән һүҙ! Ғәҙи генә бер һүҙ һымаҡ. Ә уның аҫылына төшөнһәң, ни ҡәҙәр мөғжизә. Ете быуынын белгән кеше элек-электән ысын кеше тип иҫәпләнгән. Был һис тә юҡҡа түгел. Бөтә халыҡ та өйрәнә үҙенең шәжәрәһен.

Беҙ һеҙҙең ихтибарығыҙға Хәлиуллиндар, Шафиҡовтар, Низаметдиновтар һәм Усмановтар нәҫел ебе тураһында мәғлүмәт менән таныштырабыҙ.

«Культура.РФ» — гуманитарный просветительский проект, посвященный культуре России. Мы рассказываем об интересных и значимых событиях и людях в истории литературы, архитектуры, музыки, кино, театра, а также о народных традициях и памятниках нашей природы в формате просветительских статей, заметок, интервью, тестов, новостей и в любых современных интернет-форматах.
© 2013–2024 ФКУ «Цифровая культура». Все права защищены
Контакты
  • E-mail: cultrf@mkrf.ru
  • Нашли опечатку? Ctrl+Enter
Материалы
При цитировании и копировании материалов с портала активная гиперссылка обязательна