Проект «Люди нашего села»
#Беҙҙең_ауыл_кешеләре Ҡотләхмәтова Рәхимә Фәйзрәхмән ҡыҙы Баймаҡ районы Йомаш ауылында 1951 йылдың 29 октябрендә тыуған. Ауылдың урта мәктәбен тамамлағас 1969 йыл "Һаҡмар" колхозында һауынсы булып эш башлай. 1971 йылда Ҡыуат ауылына килен булып төшә. Шул иҫәптән Баймаҡ совхозының Әбделкәрим бүлексәһендә һауынсы эшен совхоз тарҡалғансы дауам итә. Был эшкә 30 йыл самаһына тоғро булып ҡала. Рәхимә Фәйзрәхмән ҡыҙы 4 балаға өлгөлө әсәй, оҫта хужабикә, ә баҡсаһы гөл-сәскә, йәшелсә-емештәр менән күҙ яуын ала. Китап, журналдар, гәзиттәргә тулған өҫтәле. "Гәзит-журналдарҙы сканвордлыһын күңелем үҙ итә. Аҡсаларымды йәлләмәй почтанан гел яҙҙырам" тей Рәхимә Фәйзрәхмән ҡыҙы. "Башҡортостан. Йома", " Йәшлек", "Һаҡмар", " ЗОЖ", "1000 кәңәш", "Башҡортостан ҡыҙы", "Бәрәкәт" һ. б. яҙылам. Көн дә уҡыйым".
Сведения предоставлены организацией МБУК «Баймакская межпоселенческая центральная библиотека» МР Баймакский район РБ и опубликованы
автоматически. Администрация портала «Культура.РФ» не несет ответственности за предоставленный материал, а также за действия Организатора и/или иных лиц, действующих от его имени и по его поручению либо от своего имени, но по поручению Организатора, в том числе в связи с реализацией такими лицами билетов, а равно за организацию, проведение и содержание Мероприятия.
Указанная ссылка на источник реализации билета размещена непосредственно Организатором мероприятия и носит информационный характер.
Для размещения информации в этом разделе зарегистрируйтесь в личном кабинете учреждения культуры.