Библиоурок «Унесённые ветром»
#Ауылыбыҙ_йолалары
#Книги_юбиляры
#Проект_Беҙҙең_ауыл_кешеләре
#Ауылыбыҙ_ҡатындары
#МХО
Ауылыбыҙ йолаларға бай. Шулар араһында бик матур йола -йома сәйенә саҡырыу. Китапханабыҙ ҙа ситтә тороп ҡалманы. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын, еңгәйҙәр, инәйҙәрҙе 6 февраль табынға йыйҙы. Саҡырылған ҡунаҡтар бик алсаҡ ҡабул иттеләр, күркәм күлдәктәрен кейеп, күстәнәстәрен тотоп килделәр, килен-еңгәйҙәр оло өҫтәл ултыртышты, инәйҙәр доғаларын уҡып өгөт-нәсихәттәрен, теләктәрен йәлләмәнеләр. Улар араһында ниндәй генәләре килмәне: фольклор ансамбль "Түңгәүер" Ҡыуат, Әбделкәримдән, музыкаль ансамбль " Миләш" Алғаҙынан, Ҡыуаттан МХО-лағы яугир әсәһе Маһира инәй, Әбделкәрим мәҙәниәт йорто мөдире Зифинә Рафаҡ ҡыҙы, Әбделкәрим ауыл хакимиәте башлығы Әлфиә Ибраһим ҡыҙы, һалым буйынса яуаплы мөдир Розалия Рафаэль ҡыҙы.
Сараның тәүге өлөшө 2026 йылда юбиляр-китаптар рәтенә ингән сит ил әҙәбиәте классикаһы өлгөһө М. Митчеллдың "Унесенные ветром" романы буйынса китапхана дәресе үтте. Китапханасы Нәзилә Байғужина романдың яҙылыу тарихы, авторы тураһында һүҙ тотто, ҡыҫҡаса сюжеты менән таныштырыу маҡсаты рәүешендә уның мотивтары буйынса төшөрөлгән нәфис фильмын ҡуйҙы. Фильм барышында йома табыны ла үтте. Ҡатын-ҡыҙҙар аҙағына фильм, роман буйынса иҫтәлектәре менән уртаҡлаштылар, мәҫәлән: "Заманында романды ҡулдан-ҡулға тотоп томдарын алып яратып уҡыныҡ" — тине Рабиға Һунарғолова.
Икенсе өлөшө инде яңыртылған китаптар күргәҙмәһе менән танышыу булды.
Юҡҡа ғына был роман һайланманы ҡатын-ҡыҙҙар табынында, сөнки Скарлет көслө рухлы, шул уҡ ваҡытта нескә күңелле, һынауҙарға бирешмәгән умырзаялай, ҡарҙы йырып балҡыған гөл, саф башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иң күркәм һыҙаттарына торошло. Барыһы ла ихлас үтте. Йома мөбәрәк булһын.
Сведения предоставлены организацией МБУК «Баймакская межпоселенческая центральная библиотека» МР Баймакский район РБ и опубликованы
автоматически. Администрация портала «Культура.РФ» не несет ответственности за предоставленный материал, а также за действия Организатора и/или иных лиц, действующих от его имени и по его поручению либо от своего имени, но по поручению Организатора, в том числе в связи с реализацией такими лицами билетов, а равно за организацию, проведение и содержание Мероприятия.
Указанная ссылка на источник реализации билета размещена непосредственно Организатором мероприятия и носит информационный характер.
Для размещения информации в этом разделе зарегистрируйтесь в личном кабинете учреждения культуры.