20 сентябрь — Бөтә донъя таҙалыҡ көнө. Был көн — тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға, тәбиғәткә ҡарата яуаплы ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән мөһим дата. Был көндө бөтә донъяла сүп-сарҙы йыйыштырыу, ағастар ултыртыу, экологик акциялар үткәреү кеүек саралар ойошторола. Әбдрәхим ауылы клубы хеҙмәткәрҙәре лә был мөһим көндән ситтә ҡалмай. Беҙ клуб тирәһен һәм Әй йылғаһы буйын таҙартыу өмәһен ойошторасаҡбыҙ. Йылға буйы — ауыл халҡының яратҡан ял итеү урыны. Шуға күрә уны таҙа һәм матур итеп һаҡлау — беҙҙең төп бурысыбыҙ. Бындай өмәләрҙе йыш үткәрһәк тә, был Таҙалыҡ көнөндә тирә-юнде таҙартыу артыҡ булмаҫ. Үҙебеҙ йөрөгән ерҙәр таҙа булыуы күңелдәргә рәхәтлек бирә бит. Таҙа тәбиғәт — сәләмәт йәшәү нигеҙе. Шулай уҡ, беҙ ауыл халҡын да өмәгә ҡушылырға саҡырабыҙ. Бергәләшеп тиҙерәк һәм егерек эшләргә була. Һәр кем үҙ өлөшөн индерһә, ауылыбыҙ тағы ла матурыраҡ һәм таҙараҡ буласаҡ. Әйҙәгеҙ, тәбиғәткә ҡарата хөрмәт күрһәтәйек һәм уны киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалайыҡ!
Сведения предоставлены организацией МАУ «Районный дом культуры» МР Мечетлинский район РБ и опубликованы
автоматически. Администрация портала «Культура.РФ» не несет ответственности за предоставленный материал, а также за действия Организатора и/или иных лиц, действующих от его имени и по его поручению либо от своего имени, но по поручению Организатора, в том числе в связи с реализацией такими лицами билетов, а равно за организацию, проведение и содержание Мероприятия.
Указанная ссылка на источник реализации билета размещена непосредственно Организатором мероприятия и носит информационный характер.
Для размещения информации в этом разделе зарегистрируйтесь в личном кабинете учреждения культуры.