«Страна любви!»
«Мөхәббәт иле» тип аталған концертта филармонияның танылған йырсылары, музыканттары, бейеүселәре өфөлөләрҙе ҡайнар хис — тойғолар тулы «мөхәббәт иленә» сәйәхәткә саҡыра. Мөхәббәт — ул донъяны үҙгәртә торған илаһи көс. Мөхәббәт — ул кешелектең гәжәйеп бер мөғжизәһе, йәшәү сығанағы. Мөхәббәт — ул күп һәм төрлө яҡлы. Ҡатын — ҡыҙ һәм ир-ат араһындағы мөхәббәт, тыуған илгә, тормошҡа мөхәббәт, әсәнең ғәзиз балаларына мөхәббәте… Ошо күп яҡлы мөхәббәт тураһында йыр-моң аша бәйән итәсәктәр филармония артистары.
Концертта Нәзифә Ҡадырова, Ғәли Алтынбаев, Әлфиә Юлсурина, Хәлит Фәтихов, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Радик Вәлмөхәмәтов, Рушан Биктимеров, Артур Ғайсаров, Рөстәм Шаһыбалов, Салауат Мөхәмәтйәров, Илшат Фәтихов, Фәриҙә Ғаззалова, Зарина Ғуфранова, Рөстәм Ғандалипов, Татьяна Мутафи, Зилия Сафиуллина, Динар Губайдуллин, Загир Исянчурин, Анатолий Трофимов, Геннадий Липатов, Рустам Байрамгалин ҡатнаша.
Указанная ссылка на источник реализации билета размещена непосредственно Организатором мероприятия и носит информационный характер.
Для размещения информации в этом разделе зарегистрируйтесь в личном кабинете учреждения культуры.