Мероприятие «Наш герой Салават»
16 июнь Салауат Юлаевтың тыуған көнө алдынан Ғүмәр ауыл клубында «Беҙҙең герой Салауат» сараһы үтәсәк. Балалар башҡорт халҡы геройы, уның биографияһы менәе танышасаҡ. Башҡортостан тарихында мәңге һаҡланған бөйөк, дан һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәт ҡаҙанған шәхестәребеҙҙең береһе, батырлыҡ һәм ил мәнфәғәтенә тоғролоҡ өлгөһө, башҡорт милләтенең рухи ҡаһарманлыҡ символы Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл. Уның образы Республикабыҙ символының айырылғыһыҙ өлөшө. Батыр һыны Башҡортостан гербында урын алған. Салауат Юлаев исемендәге орден һәм республикабыҙҙың әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә дәүләт премияһы бар. Уның исеме ҡала, район, хоккей клубы, предприятиелар, Башҡортостанда, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙә, Татарстан, Донецк, Кривой Рог, Эстонияның Палдиски ҡалаларындағы урамдарға бирелгән. Төрлө төбәктәрҙә уға һәйкәлдәр һәм бюстар ҡуйылған, күп кенә ауыл һәм ҡалаларҙа Салауат Юлаев музейҙары эшләй.
Сведения предоставлены организацией МАУ «Районный дом культуры» МР Мечетлинский район РБ и опубликованы
автоматически. Администрация портала «Культура.РФ» не несет ответственности за предоставленный материал, а также за действия Организатора и/или иных лиц, действующих от его имени и по его поручению либо от своего имени, но по поручению Организатора, в том числе в связи с реализацией такими лицами билетов, а равно за организацию, проведение и содержание Мероприятия.
Указанная ссылка на источник реализации билета размещена непосредственно Организатором мероприятия и носит информационный характер.
Для размещения информации в этом разделе зарегистрируйтесь в личном кабинете учреждения культуры.