«По закону и жевем»
24 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө билдәләнә. Ул 1993 йылдың 24 декабрендә республиканың Юғары Советы тарафынан ҡабул ителде.
Йылдар үтеү менән республиканың Төп законы һиҙелерлек үҙгәрә. Ил бик йылдам алға бара, ошо нигеҙҙә үҫеш маҡсаттарына һәм бурыстарына төҙәтмәләр индерелде, был Конституция үҙ маҡсаттарына, бурыстарына тоғро ҡалһын өсөн үтә мөһим. Һуңғы үҙгәрештәр былтыр булды — Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән республика халҡына өҫтәмә социаль гарантиялар беркетелде, шулай уҡ республика халыҡтарының мәҙәниәтен, йолаларын, тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлауға, нығытыуға айырым иғтибар бүленде. Тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау, Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам итеү конституцион нығыныу алды.
Башҡортостан Конституцияһы бөгөн дә ҡиммәтле хоҡуҡи йүнәлеш булып тора, төрлө ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, республика үҙ үҫешен уға таянып дауам итә.
Указанная ссылка на источник реализации билета размещена непосредственно Организатором мероприятия и носит информационный характер.
Для размещения информации в этом разделе зарегистрируйтесь в личном кабинете учреждения культуры.