« Мостай Кәрим — балаларҙың яратҡан яҙыусыһы.»
Бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, граждан һәм яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт халҡының данлы улы Мостай Кәрим — донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе. Үҙенең бар көсөн һәм талантын ул бөгөнгө Башҡортостандың ҡабатланмаҫ образын һүрәтләүгә бағышланы. Уның китаптары тиҫтәләрсә телдәргә тәржемә ителгән.
Быйыл көҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 104 йыл тула. Ул өлкәндәрҙең генә яҙыусыһы түгел, балалаҙың ла яратҡан яҙыусыһы. Балалар уның хикәйәләрен, повестарын яратып уҡыйҙар. Йәш быуын халҡыбыҙҙың бөйөк яҙыусыһы М.Кәримдең әҫәрҙәрен белергә тейеш. Ярат урта мәктәбенең 5 класс уҡыусылары менән әҙиптең ижад юлы менән таныштыҡ. Уның балалар өсөн яҙған китаптарына байҡау яһаныҡ. Яҙыусының « Оҙон — оҙаҡ баласаҡ » китабынан өҙөктәр уҡыныҡ.
Указанная ссылка на источник реализации билета размещена непосредственно Организатором мероприятия и носит информационный характер.
Для размещения информации в этом разделе зарегистрируйтесь в личном кабинете учреждения культуры.