« Сәскә ат, Республикам!»
11 октябрь Башҡортостандың төп байрамы — Башҡортостан Республикаһы көнө билдәләнә.
Был көндө Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө! Был байрам тыуған еребеҙҙең рухи һәм мәҙәни мираҫы, күп быуатлы тарихы менән ғорурланған республика халҡының берҙәмлеген һәм милләт-ара татыулығын символлаштыра.
Байрам уңайынан 10 октябрь Ярат ауыл мәҙәниәт йорто алдында байрам йәрминкәһе ойошторолдо. Йәрминкә башында ауыл хаҡимиәте башлығы А.Б. Байымова байрам менән ҡотлап хеҙмәт алдынғыларын билдәләп бүләктәр тапшырҙы. КФХ « Мырҙаҡаев А. Ш.» һәм йәш эшҡыуар З.К. Ҡарамырҙин халыҡҡа арзан хаҡ менән үҙҙәренең баҫыу уңыштарын һатыуға алып сыҡты. Күрше Йәрмөхәмәт һәм Ғүмәр ауылы халҡы һатыу өсөн: һөт, ҡаймаҡ, ҡорот, ҡомалаҡ икмәге, төрлө ҡайнатмалар, ҡышҡылыҡҡа салаттар һатырға алып килгәндәр ине. Шулай уҡ байрам уңайынан өс ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар командаһы араһында спорт ярышы ойошторолдо.
Сведения предоставлены организацией МБУК «Баймакская межпоселенческая центральная библиотека» МР Баймакский район РБ и опубликованы
автоматически. Администрация портала «Культура.РФ» не несет ответственности за предоставленный материал, а также за действия Организатора и/или иных лиц, действующих от его имени и по его поручению либо от своего имени, но по поручению Организатора, в том числе в связи с реализацией такими лицами билетов, а равно за организацию, проведение и содержание Мероприятия.
Указанная ссылка на источник реализации билета размещена непосредственно Организатором мероприятия и носит информационный характер.
Для размещения информации в этом разделе зарегистрируйтесь в личном кабинете учреждения культуры.