Самауырлы Ритайым
Дуҫтар! Барығыҙҙы ла «Музейҙа матур осрашыу» проекты сиктәрендә уҙасаҡ «Самауырлы ритайым»ға саҡырабыҙ! Баян, ҡурай, гитара моңдарына, күңелле көй-йырҙарға, дәртле бейеүҙәргә күмелгән рухлы осрашыу Башҡортостандың Милли музейында 15 мартта уҙасаҡ.
Яҙҙың йәмле кисендә дуҫтарығыҙ менән осрашып аралашып, республиканың төп музейы залдары буйлап сәйәхәт ҡылып, музей фонды экспонаттары менән биҙәлгән тирмәлә милли кейемдәрҙә фото төшөп*, хуш еҫле сәйҙәр эсеп, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтырға саҡырабыҙ.
Осрашыу ваҡытында теләге булған һәр кем үҙ ҡулдары менән ротангтан кәрзин йәки кашпо үреп, сараның матур иҫтәлеге итеп уны үҙе менән алып ҡайтыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
«Сулпылар сыңы» оҫталыҡ дәресе бәләкәй гүзәлкәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән. Улар үҙ ҡулдары менән һоҡланғыс сәсмәүер эшләп алырға мөмкиндәр.
Шулай уҡ кисәбеҙҙе ҡул эштәре оҫталарының йәрминкәһе лә биҙәйәсәк.
Күңелдәрҙе йылытыр, йөрәктәрҙе дәртләндерер осрашыуҙар була. Музейҙағы матур осрашыу нәҡ ошондай күркәм сараларҙың береһе ул. Һеҙҙе «Самауырлы ритайымда» көтөп ҡалабыҙ! Башлана 18:00 сәғәттә.
* Саралар өҫтәмә түләүле.
Оҫталыҡ дәрестәре: 1000 һум (ротангтан кәрзин үреү), «Сулпылар сыңы» — 200 һум.
Милли кейемдә тирмәлә фото төшөү — 1000 һум.
ПУШКИН КАРТАҺЫ МЕНӘН ТҮЛӘРГӘ МӨМКИН.
Сведения предоставлены организацией ГБУКИ РБ «Национальный музей Республики Башкортостан» и опубликованы
автоматически. Администрация портала «Культура.РФ» не несет ответственности за предоставленный материал, а также за действия Организатора и/или иных лиц, действующих от его имени и по его поручению либо от своего имени, но по поручению Организатора, в том числе в связи с реализацией такими лицами билетов, а равно за организацию, проведение и содержание Мероприятия.
Указанная ссылка на источник реализации билета размещена непосредственно Организатором мероприятия и носит информационный характер.
Для размещения информации в этом разделе зарегистрируйтесь в личном кабинете учреждения культуры.